

#башҡорттелендәһөйләшәм хештегын яҙһаң, республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан уҡыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында ошо матур йыр килеп сыға. Балаларҙың Башҡорт теле көнөнә арнап ойошторолған флешмобҡа ихлас ҡушылыуы ҡыуандыра. Етәкселәре, илһамландырыусылары ла шәп, әлбиттә!