+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
7 Декабрь 2023, 09:47

Башҡорт телен уҡытырмын

Силәбеләр ҙә шиғыр ебәргән, афарин! #әсәмтелесәсәнтеле

Башҡорт телен уҡытырмынБашҡорт телен уҡытырмын
Башҡорт телен уҡытырмын

Ниндәй матур, ниндәй йомшаҡ

Яңғырай башҡорт теле!

Эх, шул тиклем яҡын, ғәзиз,

Ул – минең туған телем! 

 

Кескәй саҡтан әсәйемдең 

Йырҙарын тыңлап үҫтем.

Шуның өсөн бер ҡасан да

Онотмам башҡорт телен.

 

Тырышып өйрәнермен,

Китаптар күп уҡырмын.

Ҙурайғас, әсәйем һымаҡ,

Уҡытыусы булырмын!

Башҡорт телен уҡытырмын!

 

Залина ФАЗЫЛОВА,

IX синыф уҡыусыһы.

Силәбе өлкәһе,

Арғаяш районы,

Бәжекәй урта мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас