+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
7 Декабря 2023, 05:35

Әсәйемә

Сираттағы бәйгесебеҙ – Баймаҡтан. #әсәмтелесәсәнтеле

ӘсәйемәӘсәйемә
Әсәйемә

Әсәйем – уҡытыусы,

Эше һис еңел түгел.

Һәр баланың йөрәгенә

Юл табыу рәхәт түгел.

 

Дәрестәрҙә балаларға

Тел серҙәрен күрһәтә.

Туған телеңде һөйөргә,

Хөрмәтләргә өйрәтә.

 

Ғорурланам уның менән,

Иң яҡшы минең әсәй.

Һәр саҡ терәк булып тора,

Кәңәштәре дәрт өҫтәй.

 

Айгөл МӘМБӘТҠОЛОВА,

VIII синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы,

Икенсе Этҡол урта мәктәбе.

 

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас