

Башҡорт тҽлҽ дәрҽстәрҽн
Шатланып көтөп алам.
Серле белем донъяһына
Һоҡланып хайран ҡалам.
Уҡытыусым алып инә
Мөғжизәләр илҽнә.
Беҙҙә һөйөү тәрбиәләй
Туған башҡорт тҽлҽнә.
Бҽҙҙҽң уңыштарҙы күрһә,
Уҡытыусым шатлана.
Йөҙө ҡояш кҽүҽк балҡый,
Бар тирә-яҡ нурлана.
Төрлө милләт балаһына
Өйрәтә башҡорт тҽлҽн.
Яратырға әйҙәй ул
Үҙ тҽлҽн һәм үҙ илҽн.
Рәхмәтемде бар йөрәктән
Белдерәм, уҡытыусым!
Тик уңыштар юлдаш булһын,
Яҡты нур таратыусым!