+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
11 Декабрь 2023, 05:31

Бәйгебеҙ дауам итә!

Хаттар күп килә. Бик ҡыуаныслы был. Тимәк, балалар телебеҙгә битараф түгел. Сираттағы ҡатнашыусыларыбыҙ – ауырғазылар.

Бәйгебеҙ дауам итә!Бәйгебеҙ дауам итә!
Бәйгебеҙ дауам итә!

Туған тел

Туған телем – гүзәл телем,

Минең ырыуым теле.

Донъялағы иң йомшаҡ,

Иң наҙлы – әсәм теле.

Күпме батыр-аҡһаҡалдар

Үҫтергән башҡорт теле.

Айтуған НАЗАРОВ.

 

Уҡытыусыма

Иң яратҡан уҡытыусым,

Рәхмәтлемен мин һеҙгә.

Башлап алдым тәүге белем,

Әлифба биттәрендә.

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Йәшәйем үҙ илемдә.

Баш эйәм уҡытыусыма

Һөйөү уятҡанға телемә.

Ралина ӘЛИМБӘКОВА,

V синыф уҡыусылары.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

 

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас