

Донъяла иң татлы тел-туған тел, кеше үҙе һөйләп торған тел. Минең туған телем – башҡорт теле. Мең-мең йылдар аша һис бер тарих һынауҙарына бирешмәгән. Ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән. Туған тел – ул минең бер өлөшөм, унһыҙ башҡорт була алмаҫ инем. Һөйләшкән телем, әҙәби телдән айырмалы булыуына ҡарамаҫтан, йомшаҡ та, яғымлы ла.
Мәктәптә башҡорт телен беренсе синыфтан яратып өйрәнәм. Уҡытыусыбыҙ менән ҡыҙыҡлы әкиәттәр, әҙәби әҫәрҙәр уҡыйбыҙ, башҡорт телендә матур-матур йырҙар башҡарабыҙ. Уйындар өйрәнәбеҙ. Туған телем минең өсөн бик ғәзиз. Ул – иң матур, иң татлы тел! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тел ҡәҙерен белмәүселәр ҙә килеп сыға донъяла. “Улым, халҡым,ҡуҙғал милләт!” – тигән фәһемле һүҙҙәр яҙып ҡалдырған бит шағирыбыҙ Рауил Бикбаев үҙенең поэмаһында. Рауил олатай телде һаҡларға, юғалтмаҫҡа кәрәклеген беҙгә әйткән.
Мин ышанам, туған телем киләсәктә юғалып ҡалмаҫ, наҙлы гөл кеүек үҫәр, сәскә атыр.
Гүзәлиә ХӘТМУЛЛИНА,
VI синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Исәмәт урта мәктәбе.