+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
11 Декабрь 2023, 10:00

Уҡытыусымды тиңләйем...

“Йәншишмә” гәзитен яратып уҡыйым, үҙем дә шиғырҙар, әкиәттәр яҙырға яратам. Бәйгегә уҡытыусым тураһында яҙылған шиғырымды тәҡдим итәм. #әсәмтелесәсәнтеле

Уҡытыусымды тиңләйем...Уҡытыусымды тиңләйем...
Уҡытыусымды тиңләйем...

Уҡытыусымды тиңләйем...

 

Уҡытыусымды тиңләйем

Яҡты, сағыу ҡояшҡа.

Сабый кеүек ҡыуана ул

Беҙҙең һәр бер уңышҡа.

 

Уҡытыусымды тиңләйем

Сылт(ы)рап аҡҡан шишмәгә.

Белем шишмәһе һайыҡмай

Өләшһә лә кешегә.

 

Уҡытыусымды тиңләйем

Аллы-гөллө сәскәгә.

Йөҙө һәр саҡ балҡып тора,

Нур һибә ул һәр кемгә.

 

Уҡытыусымды тиңләйем

Мәғрүр ғорур ҡаяға.

Күңел йылыһын һала ул

Беҙгә – һәр бер балаға.

 

Уҡытыусыма теләйем

Ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек.

Һәр саҡ йөҙөң балҡып торһон,

Бул һин оҙон ғүмерле.

 

Әминә ШӘРИПОВА,

IV синыф уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы,

10-сы белем биреү үҙәге.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас