+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
11 Декабря 2023, 08:00

Уйландырырлыҡ шиғыр...

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция коллективы! Мин, Наҙгөл Ишмөхәмәтова, Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалында VI синыфта тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡып йөрөйөм. #әсәмтелесәсәнтеле

Уйландырырлыҡ шиғыр...Уйландырырлыҡ шиғыр...
Уйландырырлыҡ шиғыр...

Буш ваҡытымда бәйләргә, шиғырҙар ижад итергә яратам. Бер шиғырымды бәйгегә тәҡдим итәм.

Һаҡлайыҡ башҡорт телен!

Шундай наҙлы “әсәй” һүҙе менән

Асылды бит беҙҙең телебеҙ.

Ошо һүҙҙән генә аңлап була

Күркәмлеген башҡорт теленең.

 

Тик килде бит хәҙер заманалар:

Урыҫсалап телдәр асыла.

Ниңә башҡорт телен онотабыҙ?!

Шуны уйлап күңелем әсенә.

 

Аңлаһаҡсы бала сағыбыҙҙан

Үҙ телебеҙ байлыҡ икәнен.

Тел бөтһә бит, башҡортом да бөтә,

Телдә илдең көсө икәнен.

 

Онотмайыҡ, дуҫтар, башҡорт телен!

Иң һөйкөмлө, ғәзиз тел бит ул.

Алтындарҙан ҡиммәт теле булған

Башҡортостан – данлы ил бит ул!

 

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас