+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
11 Декабрь 2023, 16:00

Вероника – күптәргә өлгө

Яҡшы билдәләргә өлгәшкән, әүҙем уҡыусылары менән һәр мәктәп маҡтана ала. Беҙҙең гимназияның IX синыф уҡыусыһы  Вероника Ғатауллина – тап шундайҙарҙан. #әсәмтелесәсәнтеле

Вероника – күптәргә өлгөВероника – күптәргә өлгө
Вероника – күптәргә өлгө

Ҡыҙ бөтә фәндәр буйынса ла тиерлек тик «бишле»гә өлгәшә. Уға бигерәк тә математиканан мәсьәләләр сисеү, урыҫ һәм башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен уҡыу, үҫемлектәрҙе өйрәнеү оҡшай. Верониканың шаҡтай ҙур портфолиоһында конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм еңгән өсөн грамоталары-дипломдары байтаҡ. Ул ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр араһында үткән олимпиадала ике йыл рәттән еңеүсе булды. “Бикбай уҡыуҙары”, “Аҡмулла һүҙе”, “Илһам”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” һәм башҡа ижади конкурстарҙа һынатмай. Ҡыҙ мәктәп, район олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша.

Буш ваҡытында Вероника һүрәт төшөрә һәм шиғыр яҙа. Әҙәбиәт нескәлектәренә уны уҡытыусыһы Зөлфиә Рәмил ҡыҙы төшөндөрә. Әлеге көндә Вероника тырышып уҡыуын дауам итә һәм ҡустыһы Кириллға яҡшы үрнәк булып тора.

 

Алина СӘЛӘХИЕВА,

VIII “В” синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы,

111-се гимназия.

Башҡорт теле

 

Башҡорт теле – Салауаттың теле,

Аҡмулланың, Бабичтың теле.

Уяу булыу кәрәк барыбыҙға,

Ғәфү итмәҫ шағир күңеле.

 

Киләсәктең башы – бөгөнгөлә,

Һай, йәшендәй үтә ғүмерҙәр.

Бөгөн боҫоп ҡалһаҡ әгәр ситтә,

Телебеҙҙе ергә күмерҙәр.

 

Башҡорт теле! Һәр бер һүҙең йылы,

Минең ҡолаҡты иркәләр моң.

Телебеҙҙәй татлы һәм дә наҙлы,

Башҡа телдәр ерҙә бармы һуң?

 

“Ҙ”, “ҫ” хәрефтәре яҡынлата

Инглиз, африкалы, һиндтарға.

Башҡорт телен белгән һис юғалмаҫ,

Донъя гиҙһә ошо илдәрҙә.

 

Башҡорт теле! Яҡты йондоҙ төҫлө

Аҙаштырмаҫ – мин шуны беләм.

Киләсәгең булһын уңышлы,

Башҡорт телем, тип янам, көйәм.

 

Төрлө телдәр бәҫен донъялыҡта

Айырмайым мин бөгөн бер ҙә,

Башҡортмо ул, мари һәм дә сыуаш –

Дуҫ йәшәһәк ине гел ерҙә!

 

Вероника – күптәргә өлгө
Вероника – күптәргә өлгө
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас