

Уҡытыусымдың хеҙмәт юлы – 40 йыл. Күп Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт һүҙҙәре һәм гранттарға эйә булған. Уҡыусылары Өфө ҡалаһында шиғырҙар һөйләп беренселекте алып ҡайтҡаны бар. Ә көҙөн Баймаҡ районың Граф күлендә урынлашҡан яланда Ғәлиә Төхвәт ҡыҙы етәкселегендә уҡытыусылар һәм уҡыусылар Уңыш байрамы үткәрҙеләр. Башҡорт халҡының төрлө милли уйындарын уйнаныҡ. Уҡытыусым тамашала Оло инай ролен башҡарҙы. Самауыр ҡайнатып, тамлекәстәр менән һыйландыҡ. Байрам бөтәбеҙгә лә оҡшаны. Ғәлиә Төхвәт ҡыҙына һәм мәктәп директоры Рәмилә Ғәйфулла ҡыҙы Бүләкәноваға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Ислам ҠАҺАРМАНОВ, IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы.