+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
12 Декабрь 2023, 09:10

Диктант яҙайыҡ!

Башҡорт теле көнөнә ҡарата Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған "Аҡмулла диктанты" акцияһы башланды. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр уҙғарыла.

Диктант яҙайыҡ!Диктант яҙайыҡ!
Диктант яҙайыҡ!

https://bashdict.ru/ сайтына үтеп, белемегеҙҙе тикшерегеҙ. Унда йәшенә, белеменә, социаль ҡарашына, диненә һәм гражданлығына ҡарамай, башҡорт һәм урыҫ телдәрен белгән һәр кеше ҡатнаша ала. 2022 йылда диктантты 17 меңдән ашыу кеше яҙған.

Диктант 30 тест һорауын үҙ эсенә ала: Мифтахетдин Аҡмулла һәм уның замандаштарының тормошо һәм ижады тураһында 10 һорау, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һәм педагогтарының ғилми-методик һәм педагогик эшмәкәрлеге хаҡында – 10 һәм нәфис әҙәбиәттә һәм сәнғәттә уҡытыусы образы тураһында 10 һорау.

Диктант өсөн максималь баһа – 100 балл. 1 сәғәт ваҡыт бирелә. Ҡатнашыусылар һөҙөмтәләре менән электрон сертификат ала.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас