

Әйтерһең дә, мунсаҡ теҙәм:
Һәр хәрефем - мәрйендәй!
Бер моң булған телгенәмде
Ҡәҙерләрмен йәнемдәй.
Аралашам үҙ телемдә,
Йыр башҡарам башҡортса.
Үҙебеҙсә сәләм бирәм,
Минеңсә дуҫ һүҙ ҡуша.
Тәбиғәттең телен беләм,
Беҙҙеңсә йырлай йылға.
Тел байлығын тапшырамын
Алмаш килер ул-ҡыҙға!
Зарина МӨХӘМӘҘУЛЛИНА,
VII синыф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
В. И. Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей.