+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
12 Декабрь 2023, 14:50

Тел ҡотон һаҡлап

"Әсәм теле - сәсән теле" конкурсына Стәрлетамаҡтағы В.И.Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейҙан Әлфинур Вәхитова ебәргән шиғыр.

Тел ҡотон һаҡлапТел ҡотон һаҡлап
Тел ҡотон һаҡлап


Бәүеткән бишек,
Көйләп әсәйем.
"Үҙ телен һөйһөн,-
тигән,- бәпәйем".

Бирелгән һөйөү
Күкрәк һөтөнән.
Телемде ҡаҡмам,
Унан төңөлмәм.

Башҡорттан башҡорт
Тыуыр тағы ла.
Тел ҡотон һаҡлап,
Баҫам һағына!

  Әлфинур ВӘХИТОВА,

 VI синыф уҡыусыһы.

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы,

В. И. Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас