

Әгәр ҙә минән: “Һинең яратҡан уҡытыусың бармы?” – тип һораһалар,һис бер икеләнеүһеҙ, эйе, тип әйтер инем. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лиза Урал ҡыҙы Ниғмәтуллина булыр. Үҙ эшенең оҫтаһы, башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен тәрән белгән ысын уҡытыусы ул. Туған телем булғанғамы, бәләкәйҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре күңелемә яҡын, яратып шөғөлләнәм.
Лиза Урал ҡыҙы беҙҙе V синыфта уҡыта башланы. Тәүге дәрестәренән үк ошо баҫалҡы, күҙҙәренән гел нур бөркөлөп торған уҡытыусыны үҙ иттем һәм яраттым. Дәрестәре күңелемә үтеп инде һәм уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала башланым.
Уҡытыусы үҙенең эшен һәм уҡыусыларын үҙ балалары кеүек яратһа, бөтә күңелен биреп дәрес үткәрһә, уны яратмау мөмкин түгелдер. Лиза Урал ҡыҙы – ана шундай уҡытыусы ул. Бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй, тыныс ҡына итеп аңлата, һәр балаға туған телгә һөйөү уятырға һәләтле. Уның дәрес алып барыу алымдары башҡа уҡытыусыларҙан айырылып тора.
Миҫал өсөн дәрес ваҡытында үткәрелгән биш минутлыҡ физик күнекмәләрҙе алырға була. Ҡыҫҡа ғына күнекмәнән һуң күңелле лә, артабан уҡыу теләге лә арта. Уның үткәргән дәрестәре ҡыҙыҡлы, синыфта шундай тыныс, хатта себен осҡаны ла ишетелә кеүек.
Нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта сабыр ғына тыңлай һәм матур итеп аңлата. Тап Лиза Урал ҡыҙы тырышлығы менән мин күп тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа ҡатнаштым һәм еңеүсе булдым. Юғары һөнәри оҫталығы һәм үҙ эшен оҫта башҡарған өсөн уҡытыусым 2018 йылда республика буйынса иң яҡшы 5 башҡорт теле уҡытыусыһы иҫәбенә инде, Башҡортостан мәғариф отличнигы исемен йөрөтә, бик күп Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған.
Лиза Урал ҡыҙы ысын уҡытыусы, үҙ эшенең оҫтаһы булыу менән бер рәттән күп балалы әсә лә, яҡшы хужабикә лә. Иптәше Шамил Әкрәм улы менән 3 балаға ғүмер биреп, яҡшы тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Лиза Урал ҡыҙы кеүек үҙ эшенә мөхәббәт китеп эшләгән уҡытыусылар күберәк булһын ине. Ул уҡытҡанда, мәктәбебеҙҙә башҡорт теленә һөйөү юғалмаҫ, ә олимпиадаларҙа ҡатнашыусыларҙың һаны бермә-бер артыр.
Айлина БАЯЗИТОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 3-сө мәктәп.