+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
13 Декабрь 2023, 13:00

Үҙебеҙ ҙә шиғырҙар яҙабыҙ

Беҙҙең туған телебеҙ – башҡорт теле. Уның менән ғорурланабыҙ! Үҙ телебеҙҙә йырҙар йырларға, китаптар уҡырға яратабыҙ. #әсәмтелесәсәнтеле

Үҙебеҙ ҙә шиғырҙар яҙабыҙҮҙебеҙ ҙә шиғырҙар яҙабыҙ
Үҙебеҙ ҙә шиғырҙар яҙабыҙ

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ,

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

 

Беҙҙең туған телебеҙ – башҡорт теле. Уның менән ғорурланабыҙ! Үҙ телебеҙҙә йырҙар йырларға, китаптар уҡырға яратабыҙ.

Башҡорт теленә һөйөүҙе уҡытыусыбыҙ Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы уята. Башҡорт патриотик йырҙары менән конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Уҡытыусыбыҙ “Наҙлыгөл” исемле ансамбль ойошторҙо. “Ҡояш нурҙары”, ”Яҙғы тамсылар” конкурсында ҡатнаштыҡ, Рәми Ғариповтың “Туған тел”, ”Әсәм ҡулдары“ шиғырҙарын видеобәйгелә яттан һөйләнек. Мәктәптә әҙәби дәрестәрҙә үҙебеҙҙең башҡорт яҙыусыларының – Зәйнәб Биишеваның ”Дуҫ булайыҡ”, Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”, Динис Бүләковтың “Әлфиәнең күҙ йәштәре”, ”Ҡышҡы сәскәләр” хикәйәләрен уҡыныҡ. Шулай уҡ ”Аманат” журналын, “Йәншишмә” гәзитен синыфыбыҙ менән яратып уҡыйбыҙ, һәр һанын көтөп алабыҙ. Үҙебеҙ ҙә башҡорт телендә шиғырҙар яҙырға өйрәнәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ беҙҙә туған телебеҙгә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләй. Шундай яғымлы һәм матур һүҙҙәргә бай башҡорт телен бер ҡасан да сит телдәргә алмаштырмаясаҡбыҙ!

Беҙ хәҙер ҙур малайҙар,ҡыҙҙар инде. Уҡытыусыбыҙ Юлиә апайға, киләсәктә башҡорт телендә тағы ла тырышыбыраҡ уҡырбыҙ, тип һүҙ бирәбеҙ.

 

Наҙгөл ШӘҺИВӘЛИЕВА, Азалида ҒӘЙНЕТДИНОВА, Элвир ШӘМСЕТДИНОВ, Алина СӘХӘҮЕТДИНОВА.

Салауат районы,

 Әлкә урта мәктәбе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас