+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
13 Декабрь 2023, 07:00

Ринат Камал менән осрашыу

Сәхнәнең ике мөйөшөндә – ике героиня. Береһе – урыҫ егетенә ғашиҡ йәш, дәрт-дарманы ташып торған уҡытыусы. Икенсеһе – урыҫ мөхитендә йәшәп, ҡыйырһытылыуҙарға дусар булған, хыялдағы принц менән түгел, ә иҫке ҡарашлы, томана наҙан бер эскесе менән йәшәп йонсоған , арыған, киләсәккә өмөтө ҡалмаған ҡатын.

Ринат Камал менән осрашыуРинат Камал менән осрашыу
Ринат Камал менән осрашыу

Республика интернат-лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүлиха Фәрит ҡыҙы Дәүләтшина тәрбиәселәр менән берлектә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ринат Камалды уҡыусылар менән осрашыуға саҡырҙы. Был сара Башҡорт теле көнө менән тап килеүе икеләтә байрамға әйләнде. Уҡыу программаһы буйынса өлкән синыфтарҙа авторҙың “Таня-Таңһылыу” романы өйрәнелә. Уҡыусылар әҫәрҙән өҙөктө сәхнәләштереп, ролдәрҙе ихлас башҡарҙылар. Тамашаны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған балалар яҙыусыға һорау артынан һорау яуҙырҙылар. Халыҡ яҙыусыһы Ринат ағай яуап биреп кенә ҡалманы, балаларҙың ни тиклем ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем икәндәрен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ милләтебеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы, милли булмышыбыҙҙы ҡоротмаҫҡа өндәне.

Классик шағирҙарыбыҙҙың ижадына байҡау яһап, хатта шиғырҙарын яттан уҡып ишеттерҙе ул. Үҙенең мәктәп йылдарын, уҡытыусы булып эшләү дәүерен, төрлө яҙыусылар менән булған хәтирәләре менән дә уртаҡлашты. Ринат Әлтәф улы сара башында үҙе оҡшатҡан бер һорауға бүләк бирәсәген дә билдәләп үткәйне. Иң ҡыҙыҡ һорауҙы уға VI синыф уҡыусыһы Юлия Байдәүләтова бирҙе.

Кисәне Мәүлиха Фәрит ҡыҙы ошондай юлдар менән тамамланы:

– Яҙыусы күтәргән тел, милләт-ара проблема беҙҙә генә түгел, хатта башҡа республикаларҙа ла бик актуаль. Һеҙ ҡараған тамашаның төп геройы Таңһылыу кеүек аяныслы яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн дә бихисап. Туған теленән, рухынан яҙған, сит мөхиттә үҙен йәберһетелгән, кәмһетелгән йән итеп тойоусы милләттәштәребеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндән-көн арта. Ҡатын- ҡыҙҙың төп булмышы ул – әсә булыу. Әсә кешенең күкрәк һөтө аша телдең ҡәҙере, рухтың ныҡлығы һалына. Ана шуға ла тәрбиә башы ғаиләлә икәнен онотмаһаҡ ине. Әгәр ҙә кеше ғаиләлә лә, мәктәптә лә телен хөрмәт итә, ҡыҙыҡһына,әҙәби әҫәрҙәр уҡый, аралаша, фекер йөрөтә икән, тимәк, киләсәктә лә беҙҙең милләт йәшәйәсәк тигән һүҙ. Ә милләт киләсәге – һеҙҙең ҡулда, балалар.

Ринат ағай, һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да ижади уңыштар, илһам ҡомары теләп ҡалабыҙ.

 

 

Рәйсә ҒӘЛЛӘМОВА, тәрбиәсе.

Өфө ҡалаһы.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас