+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
13 Декабрь 2023, 11:00

Әсәйем кеүек булырмын

Сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Учалы районы Мәҫкәү мәктәбе уҡыусыһы. #әсәмтелесәсәнтеле

Әсәйем кеүек булырмынӘсәйем кеүек булырмын
Әсәйем кеүек булырмын

 

Әсәкәйем – уҡытыусы,
Тоғро үҙ һөнәренә,
Һоҡланам, ғорурланам
Уның күп белгәненә.
Мәктәптә балаларға
Тел серҙәрен өйрәтә,
Ауылда әсәйемде
Бөтәһе лә ярата.
Әсәйем – берҙән-беремде
Байрам менән ҡотлайым!
Матур теләктәр теләп
Шиғырҙар бағышлайым!

Мин бәләкәй саҡтан уҡытыусы булырға хыялланам. Бер көндө дәрестә оҡшаған һөнәр тураһында инша яҙырға ҡуштылар. Мин киләсәктә үҙемде әсәйем һымаҡ уҡытыусы итеп күҙ алдына килтереүем хаҡында бәйән иттем. Сөнки миңә кескәйҙәр менән эшләү ныҡ оҡшай. Әле балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ, ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, уларға дәрес бирә торған инем. Матур яҙырға өйрәтә торғас, үҙем дә тигеҙ итеп, буямай ғына яҙырға өйрәндем. Ҡабатлау таблицаһын да ҡурсаҡтарым ярҙамында ятлап алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Минең әсәйем, Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы Лоҡманова, Учалы районының иң матур ауылдарының береһендә – Мәҫкәүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Уға ҡарап, уҡытыусы эшенең ни тиклем ауыр булыуын аңлайым. Әсәйем хатта беҙ йоҡлап киткәс тә төндәр буйы уҡып-яҙып ултыра. Шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә үҙе. Уға эйәреп, мин дә шиғыр, әкиәт яҙып ҡарағаным бар. “Ысын уҡытыусы ул – ижадсы ла, артист та, йырсы ла, бейеүсе лә!” – ти бит әсәйем.

Әсәйем дәфтәрҙәр тикшергәндә, мин дә янында ултырып ярҙам итәм. Ул өлгөрә алмай киткән ваҡыттарҙа ҡушылған текстарҙы компьютерҙа баҫып бирәм. Балаларҙы уйнатыу, уйлатыу өсөн төрлө карточкалар яһайым. Презентациялар ҙа эшләргә өйрәнәбеҙ икәүләп. Әсәйем минең әйткәндәремә лә ҡолаҡ һала. “Ҡыҙым, ҡайһылай эшләһәм, һинең өсөн ҡыҙыҡлыраҡ булыр ине?” – тип һорай. Шунан арҡамдан һөйөп: “Аҡыллым минең, уҡытыусы һөнәре ауыр ҙа, яуаплы ла икәнен күреп тораһың. Әммә минең уңған, тырыш ҡыҙым бөтәһен дә булдыра аласаҡ!” - тип маҡтап ебәрә. Ысын уҡытыусы балаларға тауыш күтәрмәй генә, тыныс ҡына итеп һөйләп аңлата белергә тейеш, ти ул. Мин дә киләсәктә әсәйем кеүек үҙ телен, илен, халҡын яратҡан педагог булырға тырышасаҡмын.

Эйе, ысынлап та, уҡытыусы балаларҙың иң яҡын дуҫы булырға, уларҙы яратырға тейеш. Хатта әсәйҙәренә һөйләмәгән серҙәрен дә уҡытыусыға һөйләүселәр бар.

Әйткәндәй, ошо һөнәрҙе һайларға теләүемдең тағы бер сәбәбе: мин – уҡытыусылар династияһынан. Өләсәйем менән олатайым да ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгәндәр. Өләсәйем Фәниә Шакир ҡыҙы үҙенең 30 йылға яҡын ғүмерен балаларға туған телде өйрәтеүгә арнаған. Ә олатайым Жәүҙәт Лоҡман улы тарих фәненән белем бирҙе. Ҡәртнәйем дә балалар уҡытҡан. Мин уларҙың был ауыр һөнәрҙе һайлауҙарына ысын күңелдән һоҡланам һәм үҙҙәре менән сикһеҙ ғорурланам!

 

Алтынай ЛОҠМАНОВА,

IX синыф уҡысыһы.

Учалы районы,

Мәҫкәү урта мәктәбе.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас