+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
13 Декабрь 2023, 13:01

Телем хаҡында...

Баймаҡ ҡалаһынан Ынйы исемле уҡыусыбыҙ ҙа ижад емештәрен ебәргән. #әсәмтелесәсәнтеле

Телем хаҡында...Телем хаҡында...
Телем хаҡында...

Туған телем

Башҡорт теле – туған телем,

Төйәгем – Башҡортостан.

Ҡурайы һәм балы менән

Бар донъяла дан тотҡан.

Ата-бабаларҙан ҡалған

Оло мираҫ ул – телем.

Юғалмай, мәңге йәшәһен

Үҙемдең башҡорт телем.

Рәхәтләнеп үҙ телеңдә

Һөйләшеүгә ни етә?

Тик үҙенең теле генә

Халыҡты халыҡ итә.

 

 

Онотма үҙ телеңде

Өләсәйем бигерәк уңған,

Ҡулдарында – бәйләме.

Әкиәт һөйләй, йомаҡ ҡоя,

Мәҡәлдәрҙән тора һөйләме.

– Онотма, ти, – үҙ телеңде,

Балаларыңа өйрәт.

Кешемен тигән кешегә

Үҙ телен белеү кәрәк.

Ана шулай тәрбиәләй

Беҙҙе оло кешеләр.

Туған телде һаҡлап килә

Өләсәйем ишеләр.

 

Ынйы ИҪӘНОВА,

V синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ интернат-лицейы.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас