

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ.
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Рәми Ғарипов.
Донъяла һәр кешенең туған теле була.Ул тел әсә һөтө менән тамырҙарға һеңеп,мәңге хәтерҙә ҡала.Шуның өсөн буйға етеп, хатта сит илдәргә киткән кешеләр ҙә туған телдәрен бер ваҡытта ла онотмай.
Минең туған телем – башҡорт теле. Минең өсөн телем бай ҙа, яғымлы ла, ғорур ҙа.Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов, Мифтахетдин Аҡмулла һәм тағы ла бик күп арҙаҡлы шәхестәр минең туған телемдә һөйләшкән. Был – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ!
Шуның өсөн дә быуындан быуынға мираҫ итеп бирелгән телемде һаҡлап, ғорурланып башҡорт телендә һөйләшәм.
Алина ЛАТЫПОВА,
IV синыф уҡыусыһы.
Салауат районы,
Әлкә урта мәктәбе.