

Тыуған төйәк, тыуған ер, Тыуған ил – былар бөтәһе лә кеше яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән. Тыуған яғым тәбиғәте һоҡландырғыс. Икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, зәңгәр күлдәре, йәшел урмандары күңелде үҙенә тартып тора. Был – минең тыуған ерем. Ул – хозур тәбиғәтле Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы.
Тирә-яғымда йәшәгән кешеләр менән дә ғорурланам. Легендар кешеләр тураһында беҙ тарих дәреслектәренән, китаптарҙан уҡып, яңылыҡтарҙан ишетеп беләбеҙ. Улар менән бер рәттән тарих яҙған шәхестәребеҙ ҙә бар. Беҙ улар хаҡында белергә тейешбеҙ, тип уйлайым. Тыуған ерем бик күп талантлы шәхестәр үҫтергән. Улар араһында ғалим Ким Әхмәтйәнов, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев, шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт, республикаға билдәле уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар.
Мәҡәләм бөтә ғүмерен уҡыусыларға белем биреүгә арнаған кеше хөрмәтенә яҙылды. Ул ғүмере буйына тыуған мәктәбенә һәм балаларға хеҙмәт итә. Һүҙем туған телгә, башҡорт халҡына, уның тарихына һөйөү тәрбиәләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы Алһыу Уйылданова тураһында булыр.
Алһыу Кәлимулла ҡыҙы уҡытыусылыҡтан тыш башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтерә алмай. Тәүге йылдарҙа мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне индерелгәс, һөнәрен камиллаштырыу маҡсатында курстар үтеп, ошо предметты уҡытыуға күсә. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә күп эшләй, өйрәнә, эҙлән, сөнки тәүге осорҙа кәрәкле китаптар ҙа сыҡмаған була. “Әгәр уҡытҡан предметыңды яратаһың икән, ҡыҙыҡһыныу үҙенән-үҙе арта, уҡыйһың, камиллашаһың,”– ти уҡытыусым.
Уҡыусылар күңелендә эҙ ҡалдырыр өсөн уҡытыусы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тигән һорауға ул, беренсе урында – предметты яҡшы белеү, унан һуң балаларҙы яратыу, аҙаҡ уларға ҡарата талапсан булыу, тип яуап бирҙе.
Уның дәрескә ҡуйған баһалары һәр ваҡыт ғәҙел – уҡыусының уңыштарын күреп, һәләттәрен үҫтереү өсөн дәртләндереү маҡсатында ҡуйыла. Предметты насарыраҡ белгән уҡыусылар ҙа дәрескә әҙерләнеп килергә тырыша, сөнки уҡытыусының өгөтләү көсө шул тиклем юғары. Хәҙерге заман балаларының бик аҙ уҡыуына, туған телдә аралашмауына борсола уҡытыусы. Шуның өсөн үҙенең дәрестәрендә туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша.
Уҡыусылары район, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Уҡытыусы үҙе лә төрлө конкурс-сараларҙан ҡалмай. Мәктәптә шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, яҡташтары ижадына арнап ижади кисәләр үткәрә.
Алһыу Кәлимулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе вазифаһын башҡарҙы, гуманитар предметтар уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе ул. Ауыл советы биләмәһендә үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Сиҙәм урта мәктәбендә 300 бала белем ала. 14 милләт балаһы барыһы ла башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Бының өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Бөгөнгө көндә мәктәптә яҡшы йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты бар. Туған телде, әҙәбиәтте өйрәнеү үҙ ереңдең шәхестәрен белеүҙән, уларҙың ижадын өйрәнеүҙән башлана. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты яҡташыбыҙ Ким Әхмәтйәнов исемен йөрөтә. Был кабинетты булдырыу өсөн Алһыу Кәлимулла ҡыҙы күп көс һала.
Балаларға белем биреүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, йәш быуынды тәрбиәләүҙә намыҫлы хеҙмәте өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Эшләйһе эштәре, яулайһы үрҙәре алда әле уҡытыусымдың.
Гөлфиә СӘФИУЛЛИНА,
IX синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Сиҙәм урта мәктәбе.