

Хәйерле көн! Был мин, Нәркәс, һеҙҙең уҡыусығыҙ. Һеҙгә башҡорт теле тураһында хат яҙырға булдым. Сөнки һеҙ мине был телдә – үҙемдең туған телемдә таҙа һәм матур һөйләшергә, яҙырға өйрәттегеҙ. Бөйөк яҙыусы Рәми Ғариповтың шиғырында әйтелгәнсә:
– Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел!
Һеҙ миңә тел ҡәҙерен төшөндөрҙөгөҙ. Шуға ла һеҙгә рәхмәтлемен. Телгә һөйөүем ғаиләбеҙҙән дә килә тип уйлайым. Беҙ өйҙә саф башҡортса аралашабыҙ. Атайым менән әсәйем беҙҙә, балалаларында, бишектән алып телгә һөйөү тәрбиәләнеләр. Башҡортса китаптар, әкиәттәр уҡынылар. Ғаиләлә “Аҡбуҙат”, “Аманат” – өҫтәл журналдары, “Йәншишмә” өҫтәл гәзите иҫәпләнә. Беҙ уларҙы яратып уҡыйбыҙ.
Атайым менән әсәйем башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен һәр саҡ өйрәтәләр. Борон-борондан беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ ер, тел өсөн яу сапҡандар, ҡорбан булғандар. Атылғандар, аҫылғандар, һөргөнгә оҙатылғандар, ләкин еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалғандар. Шуның өсөн дә йырҙарыбыҙ, тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ, телебеҙ юғалмай беҙгә килеп еткән. Бына шундай михнәттәр аша килгән аманатты артабан һаҡларға ине. Балаларға башҡорт исемдәре ҡушып, мәктәптәрҙә телде уҡытып, уның йолаларын өйрәтеп, милләт тарихын еткереп, башҡортса аралашырға ине.
Һеҙ ошо хаҡта һөйләп аңлатаһығыҙ, мин һеҙҙе үҙемдең фекерҙәшем итеп ҡабул итәм. Киләсәккә милләтебеҙ телен төҙөк көйө тапшыраһы ине.
Хәҙерге заманды уйлаһаҡ, күҙәтһәк, йәштәр, балалар, хатта ололар ҙа телебеҙҙе боҙоп, урыҫса һөйләшергә тырышалар. Ситтән күҙәтһәң, был бик ҡыҙғаныс һәм сит күренеш. Мин ныҡ борсолам. Һеҙ был турала үҙегеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һеҙҙең телселәр ғаиләһе был хәлде нисек ҡабул итә? Һорауыма яуап көтөп ҡалам.
Нәркәс ЛАСЫНОВА,
X синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы,
4-се лицей.