+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2023, 15:47

Бәйгебеҙҙең киләһе эштәре

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының XI синыф уҡыусылары ла ҡатнаша бәйгебеҙҙә. #әсәмтелесәсәнтеле  

Бәйгебеҙҙең киләһе эштәреБәйгебеҙҙең киләһе эштәре
Бәйгебеҙҙең киләһе эштәре

Башҡорт теле

Онотмамын бер ҡасан

Башҡорт телен – туған телем.

Башҡортостан – үҫкән илем,

Шунда минең ғәзиз ерем.

Тыуған илдә һәр бер бала

Үҙ телендә һөйләшһен!

Йырҙар йырлап, ҡурай тартып, 

Туған моңон өйрәнһен! 

Башҡорт телен һаҡлайыҡ!

Уны һәр саҡ яҡлайыҡ! 

Шунда үҫер илебеҙ,

Беҙҙең башҡорт телебеҙ!

 

Диана НАЗАРОВА.

 

Моңло тел

Башҡорт теле – моңло тел,

Шуға һин күңелдә гел.

Һине бик яратабыҙ,

Шиғырҙар ҙа яҙабыҙ.

Данлап та һүҙҙәр етмәй,

Ҡурай моңо аҙ һымаҡ.

Наҙлы, йомшаҡ телем һин,

Мәңге йәшә, сәскә ат!

 

Эльвина ЗАҺИТОВА.

 

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас