+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2023, 05:00

Башҡорт теле

Донъяла телдәр бихисап,

Мин башҡортса һөйләшәм.

Әсәйем, әсәкәйем тип

Ғәзиземә өндәшәм.

 
Илем минең – Башҡортостан,

Тауҙар һәм күлдәр иле.

Наҙлы ҡояш нурын һибә,

Их, матур минең телем.

 
Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡортса алам белем.

Хатта төш күрәм башҡортса,

Һин – минең әсә телем!

 
Емелдәшеп ҡарҙар яуа,

Өй(ө)рөлә аҡ буранда.

Тик матур һүҙҙәр һөйләйем,

Башҡорт телем булғанға.

 

Минзәлә ЯМАЛОВА-МОНАСИПОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Учалы районы, Иманғол ауылы.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас