+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2023, 17:09

Киләсәктең теле

Гәзитебеҙ дуҫы Әҙиләнән – шиғыр. #әсәмтелесәсәнтеле

Киләсәктең телеКиләсәктең теле
Киләсәктең теле

Киләсәктең теле


Әсә теле – минең туған телем,
Әсәйемдең наҙлы тауышы.
Әкиәттәре өләсәйемдең,
Атайымдың иркә ҡарашы.

Ҡартатай тауышын ишетәмен:
“Туған телебеҙ – ул серле моңдай”.
Ғәжәпләнмәҫмен милләтштәремдән
Ишетһәм фекерҙе ошондай.

Туған телем ул – сәскәләр төҫө,
Йәйғор төҫтәре лә сағыла.
Туған телем – ул халҡымдың көсө,
Еңеүҙәргә барыу гел алға.

Туған телем ул – бишек теле,
Әсәйем йыры менән ингән.
Туған телем ул – әкиәт теле,
Өләсәйем һөйләп күндергән.

Туған телем атай наҙы менән,
Олатайҙың һүҙе менән ингән.
Ул бит беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән,
Тамырыбыҙ рухы ул икән.

Онотмаһаҡ ине һәм һаҡлаһаҡ,
Беҙҙән һуң да быуын килә бит.
Бөгөнгө тел – киләсәктең теле,
Ғүмер шулай дауам итә бит.

Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА,

IX синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы,

4-се лицей.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас