+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2023, 09:00

Конференция үтте

“Башҡорттарҙың Екатеринбург ҡалаһы барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә индергән өлөшө” X төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы ҡунаҡтар йыйҙы. Сараны “Свердлов өлкә башҡорт үҙәге” ойошторҙо.

Конференция үттеКонференция үтте
Конференция үтте

Форум спикерҙары – юғары уҡыу йорттары ғалимдары, археологтар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, музей, архив, китапхана хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡыҙыҡлы сығыш яһаны. Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, төбәк биләмәһендә йәшәгән башҡорттар Уралда мәғдән-сәнәғәт эшен булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан.

Конференция Екатеринбург ҡалаһының 300 йыллығына арналды. Бындай саралар Рәсәйҙең күп милләтле халҡының тарихын һәм рухи мираҫын популярлаштырыуға ярҙам итә.

 

Конференция үтте
Конференция үтте
Конференция үтте
Конференция үтте
Конференция үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас