+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2023, 15:00

Һәләтебеҙҙе үҫтереүсе

“Башҡорт теле” тиһәләр, күҙ алдыма башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Рузинә Шаһибал ҡыҙы Барлыбаева килеп баҫа. Ул йомшаҡ күңелле һәм көләс йөҙлө булыуы менән барлыҡ уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. #әсәмтелесәсәнтеле

Һәләтебеҙҙе үҫтереүсеҺәләтебеҙҙе үҫтереүсе
Һәләтебеҙҙе үҫтереүсе

Дәрестәр беҙҙә бигерәк күңелле үтә! Рузинә Шаһибал ҡыҙы йырҙар өйрәтә, уйындар уйната. Дәрескә шағирә Лилиә Һаҡмарҙы һәм ҡурайсыларҙы саҡырғаны ла булды. Шуға ла уның дәрестәрен ашҡынып көтөп алабыҙ.

Уҡытыусым балаларҙың һәләттәрен асырға тырыша. Беҙҙе башҡорт телендә уҙған әкиәт һәм шиғыр һөйләү конкурстарына әҙерләргә лә ваҡыт таба. Бәйгеләр ваҡытында ул һәр саҡ яныбыҙҙа була, беҙҙең өсөн тулҡынланып, залдан фото һәм видеоларға төшөрөп ултыра.

Ошондай уҡытыусың булғанда нисек тырышмайһың инде! Бына мин дә күптән түгел «Мираҫ» IX республика асыҡ мәҙәниәттәр конкурс-фестивалендә ҡатнаштым һәм III урынды яуланым.

Уҡытыусыма ныҡлы һаулыҡ һәм эшендә уңыштар теләйем. Ә беҙ, уҡыусылары, уны артабан да ҡыуандырып торорбоҙ әле.

 

Дилара РӘХИМОВА,

V В синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас