+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2023, 13:36

Әсәм телендә һөйләшәм

Хәҙерге заманда күптәр туған телдәрен белмәй йәки белергә теләмәй, башҡортса һөйләшергә ояла. #әсәмтелесәсәнтеле

Әсәм телендә һөйләшәмӘсәм телендә һөйләшәм
Әсәм телендә һөйләшәм

Күргәнегеҙ барҙыр, ике башҡорт урамда тора вата-емерә урыҫ телендә һөйләшеп. Ара-тирә башҡорт һүҙҙәрен ысҡындыралар. Бына шулар эргәһенән үткәндә һәр саҡ уйлайым: ә ниңә саф башҡортса аралашмайҙар икән, кем өсөн тел емереп урыҫса һөйләшеп маташалар?

Башҡорт теле бит – үҙе матур, бай, нәфис тел. Үҙеңдең туған телеңде белмәй тороп, икенсе телде үҙләштереп тә булмай ул.

Минең тамырҙарым йәмле Ғафури районынан, атайым да, әсәйем дә – башҡорттар. Телем асылғас та әсәй, атай тип өйрәттеләр.

Башҡорт ауылы булғас, балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә, урамда дуҫтар менән дә башҡортса аралаштыҡ. Үҙемә урыҫ теле лә еңел бирелә ине, ҡай саҡта башҡортса шиғырҙарҙы ятлай алмай йонсой инем. Эйе, башҡорт теле матур, бай, шулай уҡ ул ауыр ҙа. Бәләкәйҙән ошо телдә һөйләшкәнгә беҙгә еңел бирелгән икән. Быны урыҫ ауылына килеп йәшәй башлағас аңланым. Тәүҙә минең башҡортса һөйләшеүемдән көләләр ине. Әсәйемә рәхмәт, ул дөрөҫ итеп яуап бирергә өйрәтте. “Вы не смейтесь, что я не знаю русского языка так хорошо, как вы, и что мне трудно разговаривать по-русски, высказать свое мнение. Я выучу русский язык, зато я знаю свой родной язык – башкирский. А вот вы – башкиры, татары, не знаете своего языка. Мы живем в Башкортостане и вы хотя бы понимать должны государственный язык республики”. Ошолай тип әйткәндән һуң минән башҡорт тип көлөүсе булманы. Ә күптәре яҡын дуҫҡа әйләнде. Илгизәр, һин бик дөрөҫ әйттең, тине уҡытыусым да.

Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, янымда башҡорт кешеһе икәнен белһәм, башҡортса һүҙ ҡушам. Мин туған телемдә һөйләшергә оялмайым, вата-емерә урыҫса аралашҡансы, рәхәтләнеп үҙ телемдә уй-фекерҙәремде әйтәм. Йәштәштәремә әйтер һүҙем шул: ҡайҙа ғына, кемдәр араһында ғына йөрөһәгеҙ ҙә, әсә телен онотмағыҙ, өйөгөҙҙә лә туған телдә һөйләшегеҙ. Башҡорт китаптары уҡыйыҡ, телевизорҙан тапшырыуҙар ҡарайыҡ, спектаклдәргә, концерттарға йөрөйөк.

Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда.

 

Илгизәр ШӘЙӘХМӘТОВ, 

XI синыф уҡыусыһы.

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы,

 2-се мәктәп.

 

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас