

Белем донъяһына етәкләп индергән кеше аша беҙ тирә-яҡты танырға, хәрефтәрҙе өйрәнеп, уҡырға, яҙырға, һанарға, үҙебеҙҙе төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ тоторға, тәртипкә, әҙәпкә өйрәнәбеҙ. Бигерәк тә башланғыс кластар уҡытыусылары бала күңеленә иң көслө тәьҫир яһай. Дүрт йыл буйы “икенсе әсәй”гә әүерелә улар.
Минең беренсе уҡытыусым да – шундайҙарҙан. Мөсәлиә Һиҙиәт ҡыҙы Зәйтүнова. Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында тыуып үҫеп, шунда белем алып, Белорет педучилищеһында үҙ һөнәренә уҡып сыға. Ошо уҡ райондың ауылына, Аһылай төп дөйөм белем биреү мәктәбенә, 1988 йылда эшкә ебәрәләр. Бына инде 35 йылдан артыҡ ул балаларға башланғыс белем нигеҙҙәрен һеңдерә, фән тауҙарына мендерә.
Алтын һуҡмаҡҡа 2018 йылда мин дә баҫтым. Тәү башлап мәктәп ишеген үрелеп асҡан саҡта, йылмайып ҡаршы алды уҡытыусым. Йомшаҡ тауышы менән әйҙәп мәктәп менән, буласаҡ синыфташтарым менән таныштырып сыҡты ул. Беренсе ҡыңғырауҙан һуң тынғыһыҙ уҡыу йылдары башланып китте. Ҡулымдан тотоп, хәрефтәрҙе, һандарҙы яҙырға өйрәтеүе һаман да иҫемдә. Бармағым менән төртөп, уҡый ҙа башланым. Ҡыйыш-мыйыш килеп сыҡҡан һүрәттәрем, ҡул эштәрем өсөн бер генә булһа ла шелтә алманым. Киреһенсә, ҡеүәтләп, дәртләндереп кенә торҙо ул. Һәр дөрөҫ эшемде маҡтап, хуплап, һәр хатамды ипләп кенә аңлатып, төҙәтеп, дөрөҫ эшләргә, дөрөҫ уйларға, дөрөҫ йәшәргә өйрәтте уҡытыусым. Иң яҡын дуҫ – китап икәнлеген төшөндөрөп биргәс, ысынлап та, айырылғыһыҙ иптәшемә әүерелде әҙәбиәт: урыҫ булһынмы, башҡорт әҙәбиәтеме – икәүен дә яратам. Тыуған ер, Тыуған ил, туған тел төшөнсәләре һәр кешегә мөһим икәнлеген дә уҡытыусым аңлатты. Мин башҡорт милләтенән булыуым, Урал тауҙары ҡуйынында тыуыуым, Шүлгәнем, Салауатым, Аҡмуллам булыуы менән ғорурланам. Ул минән ысын уҡыусы яһаны.
Хөрмәтле әсәй, абруйлы ҡатын, хәстәрлекле туған да минең апайым (ауыл балаларын күпме өйрәтһәләр ҙә, барыбер уҡытыусыларыбыҙҙы “апай”, “ағай” тип йөрөтәбеҙ бит инде). Һүрәттәрҙе һоҡланғыс оҫта эшләй. Өйөнөң ҡотло булыуы ла, баҡсаһы сәскәгә күмелеп ултырыуы ла уҡытыусымдың тырышлығынан ғына. Ҡыҫҡаһы, һәр яҡлап өлгөлө ул.
Һәр кемгә мәғлүм: күпме түҙемлек, күпме тырышлыҡ һала педагог уҡыусыларына. Бөгөнгө көн уңыштарыбыҙға бит тәү нигеҙҙе, тәү бураҙналарҙы улар ярып сыға. Төрлө ярыш, олимпиадаларҙағы уңыштарымдың да башланғыстары Мөсәлиә Һиҙиәт ҡыҙынан килә. Ысынлап та, тырышырға, ынтылырға, һынатмаҫҡа, ялҡауланмаҫҡа, ҡул төшөрмәҫкә бит мәктәптең башланғыс өлөшөндә өйрәндем. Уҡытыусымдың әйткән һүҙҙәре, күрһәткән өлгөһө күңелемә маяҡ булып тора. Киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайларға ла уйым бар.
Яҙгөл АҘНАБАЕВА,
VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Аһылай төп дөйөм белем биреү мәктәбе.