+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2023, 18:05

Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ!

Башҡорт теле көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә "Башҡортса китаптар бүләк ит!" акцияһы үткәрҙек.

Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ!Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ!
Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ!

Акцияға атай-әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа бик әүҙем һәм ихлас ҡушылдылар. Улар үҙҙәре менән башҡорт телендә бик бай йөкмәткеле, сағыу, матур китаптар алып килгәйнеләр.  Бер генә түгел, хатта икешәр, өсәр китап алып килеүҙәре һөйөндөрҙө. Был сара "Башҡортса китап бүләк ит!" акцияһы аша балаларҙы китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙарын, башҡортса баҫылған баҫмалар аша үҙ телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо. Балаларыбыҙ үҙ телебеҙ –  башҡорт телен белеп үҫһен, ихтирам итһен, үҙ телендә аралашһын тигән маҡсатта  сара ойошторолғайны. Барыһына ла акциябыҙ ныҡ оҡшаны.

Көнһылыу Әүәлбаева, тәрбиәсе. 
Баймаҡ ҡалаһындағы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы.

Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ!
Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас