

Башҡорт теле көнө уңайынан үткән был сараны Балалар моделле китапханаһы Үҙәк китапхана һәм райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторҙо. Бәйгеселәрҙе Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова сәләмләне. Ул балаларҙы Башҡорт теле көнө менән ҡотланы, уңыштар һәм еңеү теләне.
Квиз-уйында барлығы 10 команда ҡатнашты. Етмештән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан квиз өс раундтан торҙо. Уйында ҡатнашыусылар Башҡортостан, уның иҫтәлекле урындары, географик атамалары, арҙаҡлы шәхестәренә, йыр – моңона, әҙәби мираҫына ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләне.
Баһалама ағзалары эштәрҙе тикшереп, урындарҙы билдәләгәнсе, музей хеҙмәткәрҙәре башҡорт халҡының шөғөлөнә, музыка ҡоралдарына бәйле экспонаттар хаҡында һөйләне. Балалар өҫтәмә һоруҙарға яуап биреп командаларына мәрәй өҫтәне.
Еңеүсе командаларға муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Башҡорт теле уңайынан ойошторолған был мәртәбәле сара йыр флешмобы менән тамамланды. Ҡатнашыусылар “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын күмәкләп башҡарҙылар.
Сәлимә БАЙГИЛДИНА.