+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
15 Декабрь 2023, 05:24

Минең яратҡан уҡытыусым

Ул – минең әсәйем Гүзәлиә Ансар ҡыҙы. Төн йоҡоларын йоҡламай беҙҙе үҫтереүсе, беҙгә тәүге белемде биреүсе. Нимә ярай, ә нимә ярамай, нимә яҡшы, нимә насар икәнен өйрәтеүсе. Йәғни, ололар әйткәнсә, аҡты ҡаранан айырырға төшөндөргән кеше ул. #әсәмтелесәсәнтеле

Минең яратҡан уҡытыусымМинең яратҡан уҡытыусым
Минең яратҡан уҡытыусым

Тәүге әкиәттәрҙе лә унан ишетеп үҫтек. Китаптарҙағы һүрәттәрҙе ҡарап, үҙебеҙ ҙә һөйләргә, уйлап сығарырға өйрәндек. Юлда йәйәү йөрөгәндә төрлө әберҙәргә ҡарата йомаҡтар ҡойорға өйрәндек. Әсәйебеҙ – минең һәм ҡустымдың уҡыуға бармаҫтан алда, мәктәпте белмәгән саҡтағы уҡытыусыбыҙ.

Мин хәҙер – уҡыусы. Әммә яратҡан уҡытыусым һаман да – әсәйем. Уға ҡарайым да уҡытыусының эше ни тиклем бөтмәҫ, тынғыһыҙ икәнен аңлайым. Дуҫтарым: “Уҡытыусы балаһы булғас, рәхәт һиңә”, – тиҙәр. Мин бер ҙә рәхәтлеген күрмәйем. Өйгә эштәрҙе эшләмәй барһаң, әсәйгә әйтәләр, унан беҙгә эләгә. Иптәштәрем дәрестәрҙән ҡайтыуға өҫтәлдә аш-һыу әҙер. Ә беҙҙең әсәй беҙҙән аҙаҡ ҡына ҡайта. Уның менән бергә көн дә ҡағыҙ, дәфтәрҙәр эйәреп ҡайта. Төштән һуң тағы мәктәпкә китә, унда ул ҙурҙарҙы йә имтихандарға, йә конкурстарға әҙерләй, бөтмәҫ ҡағыҙҙар тултыра. Ҡайтҡас, беҙгә өйгә эштәрҙе эшләргә ярҙам итә. Беҙ йоҡлап киткәс, дәфтәрҙәрен тикшерә. “Уҡытыусылар ни, сумка тотоп баралар ҙа ҡайталар”, – тип әйтеүселәр бар. Мин барыһын да күреп белгәнгә генә, юҡ, улай түгел, тип яуап бирә алам.

Әсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ телгә, башҡорт халҡына һөйөү, милли йолаларға, халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша. Бөгөнгө заманда ҡайһы берәүҙәрҙең: “Башҡорт теле кәрәкмәй”, – тип әйтеүҙәренә ҡайғыра. “Тел бөтһә, халыҡ та бөтәсәк”, – ти ул. Мин уның һүҙҙәрен аңлап та бөтмәйем. Әммә беҙгә урыҫса һөйләшмәгеҙ, башҡортса һөйләшегеҙ тигәненән үк уның ни тиклем борсолоуын күрәм. Әсәйем беҙҙе лә төрлө шиғыр конкурстарында ҡатнаштырырға тырыша, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте буйынса тикшереү эштәре эшләп, уңышлы сығыш яһайбыҙ. Ул һәр уҡыусыһы өсөн борсола. Ҡайһы ваҡыт ҡустым әсәйгә, һин кеше балалары өсөн нығыраҡ көйәһең, тип тә әйтеп ала.

Шуға ла мин әсәйемде ныҡ яратам һәм хөрмәт итәм.

 

Динислам ШӨҒӨРОВ,

VII синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы,

 Ишбулды урта мәктәбе.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас