+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
18 Декабрь 2023, 13:00

Бөйөк Рәми теле

Туған телем, илаһи моң булып,

Бөйөк Рәми телеБөйөк Рәми теле
Бөйөк Рәми теле

Аңға һеңгән күҙем асҡандан.
Балам, тиеп, үҙ телемдә әсәй
Күкрәгенә ҡыҫып ҡосҡандан.
Йырлағанда әсәй бишек йырын
Мин оноттом хатта илауҙы.
Моң туҡтаһа, еңмешләнә инем,
Тибә-тибә ап-аҡ биләүҙе.
Туған телдә яңғыраған моңдар
Сабый саҡтан мине йыуатты.
Наҙлы һүҙҙәр менән үҙ телемдә
Атай-әсәй һәр көн уятты.
Тыуған мәлдән яралғандыр шулай
Мөхәббәтем туған телемә.
Үҙ теленән ваз кискәнде күреп,
Бәғерҙәрем минең теленә.
Сит телдәрҙе белеү яҙыҡ түгел,
Файҙа ғына улар кәрәктә.
Әсә телен әммә онотмағыҙ,
Туған тел ул – беҙҙең йөрәктә.
Әҙме ни һуң беҙҙең арабыҙҙа,
Атай, әсәй, тиеп үҫкәндәр –
Йылдар үткәс, балалары өсөн
Мама, папаларға күскәндәр.
Әсәмде мин онотҡандай булам,
Туған телде әгәр онотһам.
Яза булыр балам күңелендә
Тел тамырын әгәр ҡоротһам.
Башҡорт телем – Зәйнәб апай теле,
Тал сыбыҡтай нәфис телебеҙ.
Беҙҙең тел ул – бөйөк Рәми теле,
Тел ҡәҙерен берүк белегеҙ!

Гөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА, китапханасы.
Ейәнсура районы, Юлдаш ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас