+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
24 Декабрь 2023, 03:50

Туған телем – милләтем рухы

308-се башҡорт балалар баҡсаһында "Туған телем – милләтем рухы" тигән шиғыр бәйгеһе үтте.

Туған телем – милләтем рухыТуған телем – милләтем рухы
Туған телем – милләтем рухы

Был байрамға башҡорт телен яратҡан, хөрмәт иткән дуҫтарыбыҙ йыйылды. 8-се төркөмгә йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙар, уларҙың әсәйҙәре, бик ентекле әҙерләнгән. Шөғәйеповтар, Нәбиуллиналар, Миңнуллиндар, Бикҡужиналар ғаиләләре менән телебеҙ, Башҡортостан, тыуған ер, тураһында шиғырҙар өйрәнеп, бәйгелә бер-береһе менән көс һынашты.
Ә кескәй әртистәребеҙ уларҙы дәртләндереп, үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрен бүләк итте. Был сарала балалар шулай уҡ тел тураһындағы мәҡәлдәрҙе лә ҡабатлап иҫтәренә төшөрөп үтте.
Жюри ағзалары шиғыр бәйгеһендә ҡатнашҡан һәр ғаиләне еңеүсе тип билдәләне. Шөғәйеповтар – туған теленә тоғролоҡ, Нәбиуллиналар – ишле ғаилә, ә Миңнуллиндар милләтенә тоғролоҡ номинацияларында еңеүсе тип табылды.
Байрам кескәйҙәр башҡарыуында "Башҡорт телендә һөйләшәм" тигән матур йыр менән тамамланды.


Зенфира ШӘМСЕТДИНОВА,
тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.

Туған телем – милләтем рухы
Туған телем – милләтем рухы
Туған телем – милләтем рухы
Туған телем – милләтем рухы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас