

Һәр хатта телебеҙгә һөйөү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына хөрмәт, милләтебеҙ киләсәге өсөн борсолоу ярылып ята. Һәр бер эш йөкмәткеле, үҙенсәлекле, маҡтауға лайыҡ ине.
Шулай итеп, бәйгебеҙҙә Илгизәр Шәйәхмәтов (Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2-се мәктәптең XI синыф уҡыусыһы), Алтынай Лоҡманова (Учалы районы Мәҫкәү мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы), Динислам Шөғөров (Әбйәлил районы Ишбулды мәктәбенең VII синыф уҡыусыһы), Гүзәлиә Хәтмуллина (Илеш районы Исәмәт мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы), Әҙилә Мырҙағәлина (Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың IX синыф уҡыусыһы), Нәркәс Ласынова (Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың X синыф уҡыусыһы), Зарина Мөхәмәҙуллина (Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейҙың VII синыф уҡыусыһы), Наҙгөл Ишмөхәмәтова (Бөрйән районы Ғәлиәкбәр мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы), Вероника Ғатауллина (Өфө ҡалаһындағы 111-се гимназияның IX синыф уҡыусыһы), Наҙгөл Шәһивәлиева, Азалида Ғәйнетдинова, Эльвир Шәмсетдинов, Алина Сәхәүетдинова (Салауат районы Әлкә мәктәбенең IV синыф уҡыусылары) еңеүсе тип табылды. Уларға гәзитебеҙҙең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм билдәле яҙыусыларҙың автографлы китаптары тапшырыласаҡ. Ә ҡалған ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәре «Йәншишмә»нең алдағы һандарында донъя күрәсәк.