

Беҙ ике туған һеңлем Яҙгөл Ишемғолова менән башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеп, концерттарҙа ҡатнашабыҙ.
Ә бөгөн һеҙҙең иғтибарға билдәле яҙыусы, күренекле дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың тормошо һәм ижадына, Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Өмөтбаев уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһында II урынды яулаған иншамды тәҡдим итәм. Етәксем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Ғилметдин ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева.
Һыҙылып ҡына таң ата... Ә мин һаман да уйҙарымдың осона сыға алмай ултыра бирәм. Ҡулымда Рамаҙан Өмөтбаевтың «Әмир баҫыуы» хикәйәһе. Мин берсә иҙрәп йоҡлап ятҡан ҡустыма ҡарайым, берсә күҙ алдыма ҡултыҡ таяғына таянған 12 – 13 йәштәрҙәге түңәрәк бите ҡара янған мөләйем ҡарашлы теремек кенә бер малай килеп баҫа. Был – Әмир. Уйҙарым менән уны шул тиклем иркәләгем, тәмлекәстәр менән һыйлағым килә. Ләкин араларҙа күпме йылдар ята... Һуғыш, ҡәһәрле һуғыш күпме кешенең ғүмерен өҙөп, күпме бала-сағаны етем иткән. Ниндәй генә михнәттәр күрмәгән был осорҙа кешеләр?
Уйнап та туймаған Әмиргә, ауыл малайҙарына колхоздың йөгөн уртаға егелеп һөйрәргә тура килә шул ҡәһәрле һуғыш осоронда. Был үҫмерҙәр – колхоздың кендеге, ауыл яҙмышы уларға ҡарап ҡалған саҡ. Минең ҡустым салғы тапау, яныу, һаплауҙың нимә икәнен дә белмәй, әле рәхәтләнеп йоҡлап ята. Ә һуғыш осоро малайҙары ҡара таңдан ҡара кискә хәтлем өлкәндәр менән бер рәттән баҫыуҙа эшләй. Бында ҡустымдың да, минең дә ғәйебем юҡ. Ә шулай ҙа ауыр уйҙан арына алмайым...
Үҙе бала ғына булыуға ҡарамаҫтан, ниндәй оло йөрәкле Әмир! Ыҙа сиккән ауылдаштарына ярҙам итергә һәләтле ҡыйыу, сос малай. Мин дә ҡустымдың Әмир кеүек булдыҡлы, отҡор, ғәҙел, ышаныслы һәм яуаплы булып үҫеүен теләр инем. Хәҙерге малайҙар һуғыш осорондағы тиңдәштәре кеүек булдыра алырҙар инеме икән? Бер һорау артынан икенсеһе, өсөнсөһө теҙелә. Уларға яуап юҡтыр. Әйҙә, балалар ҡыҫыр сәй, ҡурмас, талҡан, һуҡыр шәмде китаптарҙан ғына уҡып, өлкәндәрҙән генә ишетеп белһен. Ҡара ҡайғыларҙы кисермәй, ил тыныслығында үҫһендәр.
Уйҙарымдың юҡтыр остары... Улар тағы ла һуғыш йылдарына, Әмиргә барып тоташа.
– Эйе, Әмир ҡустым, бар ышанысыбыҙ һиндә генә. Астан үлтерһәң дә, алып ҡалһаң да, тик һин генә – һиңә баш һалабыҙ! – тип шаулашҡан халыҡ тауышы ла ишетелеп ҡалғандай була.
Оло ихтирамға лайыҡ был малай ауылдаштарын аслыҡтан, үлемдән ҡурсалап алып ҡалған.
Эйе, күпме кешене үлемдән алып ҡалһа ла, үҙен генә ҡотҡара алмайҙар шул. Власҡа, уның ҡаты, аяуһыҙ закондарына ҡаршы сығырлыҡ көс тапҡан үҫмер батырҙың яҙмышы ҡыҙғаныс тамамлана. НКВД арбаһының тәгәрмәстәре тормош билдәһеҙлегенә алып китә.
Әллә күҙҙәремдән шыбыр-шыбыр йәштәр тама, әллә инде ямғыр яуа...
Гөлфиә БОҪҠОНОВА,
IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,
Өфө мәктәбе.