Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған «Аҡмулла һүҙе» исемле халыҡ-ара бәйгелә үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. Быйыл икенсе тапҡыр үткәрелгән был сарала беҙ тәүгә ҡатнаштыҡ.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән һәм шуларҙың 153-ө төрлө номинацияларҙа призлы урын яулаған. Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында лицейыбыҙҙың X синыф уҡыусыһы Мәҙинә Тайбугина менән мин дә булдым. Быға ныҡ ҡыуандыҡ. Мәҙинә Аҡмулланың «Дуҫлыҡ» шиғырын яттан һөйләп III урын яулаһа, мин бөйөк мәғрифәтсегә бағышлаған шиғырым менән еңеү яуланым.
Тулҡынланып, әле бер ни ҙә белмәйенсә, ҡурҡып ҡына Өфөгә юлға сыҡҡайныҡ. Бына бөгөн ҡанатланып, яңы үрҙәр яуларлыҡ көс, һүнмәҫ дәрт һәм ынтылыш менән Баймаҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Киләһе йылда ла ҡатнашыусыларҙың һаны кәмемәһен, артһын ғына, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА, IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.