+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
17 Ғинуар 2024, 14:00

Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Тышта түҙеп торғоһоҙ сатнама һыуыҡ. Бындай көндә яҡшы хужа этен дә урамға сығармаҫ. Ә бына телһөйәр, илһөйәр балаларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ошондай ҡаты һалҡындар ҙа ҡур­ҡытманы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан да милләттәштәребеҙ Өфөгә килеп етте.

Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Көсөргәнешле бәйге ике этаптан тор­ҙо. Ситтән тороп декабрҙә үткәрелгән һайлап алыу турында 700-гә яҡын уҡыу­сы ҡатнашһа, сәсәнлек бәйгеһендә һынатмай, һәйбәт һөҙөмтә күрһәтеүсе 287 уҡыусы йомғаҡлау этабына саҡырылды. Өфөләге һынауҙар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап биреү, текст буйынса эш башҡарыуҙан ғибәрәт ине. Тәүгеһен үтәүгә бер сәғәт ваҡыт бирелһә, икенсеһен сәғәт ярымда тамамларға кәрәк ине.
Һынау, йылдағыса, өс линия буйынса ойошторолдо. Тәүгеһендә 78 уҡыусы көсөн һынаһа, икенсеһендә 70 уҡыусы иң-иңдәр рәтенә сығыу өсөн тырышты. Өсөнсө линияла башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башлап һәм уны дауам итеп өйрәнеүселәр белем кимәлен тикшерҙе: беренсеһендә 32 бала ҡатнашһа, икенсеһендә – 86 уҡыусы.
Һамар өлкәһе Оло Чернигов районының Украинка мәктәбе уҡытыусыһы Зөбәйҙә Хәмиҙуллина олимпиадаға Диләрә Заһиҙуллинаны алып килгән. Ҡыҙ башҡорт телен бик һәйбәт белә. Телһөйәрҙәр ярышында ул икенсегә көсөн һынай. Уҡытыусы әйтеүенсә, мәктәптәре урыҫ телле белем усағы булһа ла, элек бында башҡорт теле башланғыстан алып өлкән синыфҡа тиклем өйрәнелгән. Тора-бара факультативҡа ҡалдырылһа, хәҙер ул балалар ижады үҙәге тарафынан I – VIII синыф уҡыусыларына берекмә булараҡ индерелгән.
Олимпиадала үҙебеҙҙең йәш хәбәрселәрҙе лә осратып ҡыуандыҡ. Һәр ергә лә өлгөрә лә инде үҙҙәре!
– Төбәк-ара олимпиадала икенсе йыл ҡатнашам. Уҙған йыл призёр булыуға өлгәшкәйнем. Быйыл да районда призёр булып, һайлап алыу турын үтеп, һуңғы этапҡа килеү мөмкинлеге булғанға бик ҡыуанам. Нисәмә уҡыусы араһынан һынауҙы йырып сыҡҡанбыҙ икән, тимәк, еңеүселәрбеҙ тигәнде аңлата.
Әлбиттә, беҙ уҡытыусыбыҙ Рәсимә Баязитова менән ныҡлап әҙерләндек. Беҙҙе алып йөрөгәнгә уға ҙур рәхмәт! Ошо йылдың олимпиада һөҙөмтәһенә ҡарап, Башҡортостан мәҙәниәтенә иғтибар итергә, республикабыҙҙың мәҙәни тормошо менән ҡыҙыҡһынып йәшәргә, тарихын белергә, тигән һығымтаға килдем. Киләсәктә үҙемдең тормошомдо ниндәй һөнәр менән бәйләһәм дә, Башҡортостандың патриоты, туған телемде һаҡлаусы, яҡлаусы булып йәшәргә теләйем, – ти Бөрйән районының Байназар мәктәбенән килеүсе йәш хәбәрсебеҙ Вәсилә Әйүпова.
Баймаҡ ҡалаһынан Инсаф Зәйнуллиндың призёрҙар рәтенә инеүенә лә шатландыҡ. Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы бит ул!
Ниһайәт, олимпиадаға йомғаҡ яһалды. Еңеүҙән йөҙҙәре балҡыған бәхетле уҡыу­сылар менән яҡындан аралашабыҙ.
Өфөнөң 161-се лицейынан Ләйлә Ишдәүләтованың был тәүге генә еңеүе түгел. Телгә булған һәләтен күреп, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Моратшина ҡыҙҙы һәр яҡлап үҫтереп, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыра. Тырыш ҡыҙ III синыфтан төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа уңыштар яулай. Башланғыс синыфтан алып «Илһам» ҡала нәфис һүҙ һөйләүселәр бәйгеһендә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урын ала.
– Күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Еңеүсе булыуыма бик шатмын. Башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа бишенсе синыфтан ҡатнашам. Етенселә саҡта Гагарин олимпиадаһында башҡорт теленән еңеп сыҡҡан инем. Был уңышым өсөн өләсәйемә, атай-әсәйемә, уҡытыу­сым Миләүшә Моратшинаға рәхмәтлемен, – ти ул.
– Башҡорт телен бик ныҡ яратам. Мәктәбебеҙҙә беренсе синыфтан уҡыйбыҙ. Ғаиләбеҙҙә лә башҡортса һөйләшәбеҙ. Башҡорт булыуыма бик ҡыуанып, ғорурланам. Башҡорт теле буйынса күп еңеүҙәр яуларға хыялланам. Барыһы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Сания Күҙбаеваға рәхмәт! – ти Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбенән еңеүсе Диана Бикәнәева.
Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се мәктәбенән X синыф уҡыусыһы Данир Мөхтәруллиндың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Үҙҙәренең командаһында берҙән-бер егет булараҡ, шаяртырға ла өлгөрә. Былтыр ҡатнашып, призёр булғайны, ә быйыл иһә – еңеүсе.
– Буш ваҡытымда башҡорт телендә китаптар уҡыйым. Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын өйрәнәм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға бөтә каникул буйы тырышып әҙерләндем. Тырышлығым бушҡа китмәне, уңышыма бик шатмын. Минең һәр башланғысымды хуплап торған атай-әсәйемә, олимпиадаға әҙерләнергә ярҙам иткән һәм башҡорт теленең серҙәренә өйрәткән уҡытыусым Тәслиә Ғәлиуллинаға айырыуса рәхмәтлемен! – ти егет.
Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының IX синыф уҡыусыһы Азалиә Ғәлиуллина ла күп фән олимпиадаларында призлы урын яулағаны бар. Беренсе тап­ҡыр төбәк-ара бәйгелә ҡатнашып, еңеүсе булыуына уҡытыусыһы Альбина Мулләхмәтоваға оло рәхмәтен еткерҙе.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеү һәм приз­лы урын яулаған уҡыусыларға мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары һәм аҡсалата приздары тапшырылды.


Г. РАМАҘАНОВА.

Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин, эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас