Унда шулай уҡ «Без – башҡортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев тә саҡырылғайны. Китапханала беҙҙе үҙәк китапхана директоры Гөлназ Йәһүҙә ҡыҙы Хөснөтдинова, моделле балалар китапханаһының баш китапханасыһы Альбина Нәҡип ҡыҙы Ғилманшина ҡаршы алды. Осрашыуға башҡорт гимназияһынан, 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙән уҡыусылар, башҡорт теле уҡытыусылары, балалар баҡсаларынан тәрбиәселәр ҙә килеп еткәйне. «Әсәм теле – сәсән теле» проекты буйынса үткәрелгән матур кисәне методист Нурия Камил ҡыҙы Исламова бик йәнле алып барҙы.
«Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина кескәй дуҫтарыбыҙ менән башҡорт балаһы белергә тейешле дүрт таяу: тел, тарих, шәжәрә, иман хаҡында әңгәмә ҡорҙо. Баҫманың бүлек мөхәррире булараҡ, мин кескәйҙәргә улар теле менән журналдың ҡыҙыҡлы булыуы, смартфондағы мультимедиа донъянан бер ҙә ҡалышмауы хаҡында һөйләнем. «Йәншишмә»нең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов ҡыҙҙар, малайҙарҙы гәзит менән таныштырҙы, уларҙың буш ваҡыттары, ялдары нисек уҙыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Әңгәмәлә әүҙем ҡатнашып ултырған балалар иҫтәлеккә бүләккә ҡыҙыҡлы, сағыу китаптар алып ҡыуанды, уларға «Аҡбуҙат» журналы, «Йәншишмә» гәзитенең календарҙары тапшырылды.
Сараны биҙәп Азалиә Шәһиева, Әмирә Исламова Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын һөйләне, Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусылары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Минең әсәйем кем?» әкиәтен сәхнәләштерҙе, ҡумыҙҙа уйнаны.
«Без – башҡортлар» хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев балаларға аңлайышлы телдә башҡорттарҙың ырыуҙарға бүленеше хаҡында һөйләне. Уның сығышы үҙенә күрә ҡыҙыҡлы дәрескә әүерелде.
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Ул беҙҙең өсөн дә, балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы, фәһемле, иҫтәлекле булды.
Айгөл ҒӘБИТОВА.