Бәйгелә ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә шиғыр (әҫәрҙән өҙөк тә ярай) һөйләп, видеоға яҙҙырып, https://vk.com/wall-45440006_52182 яҙмаһының аҫтына комментарий рәүешендә беркетергә кәрәк.
Видеоконкурста I – XI синыф уҡыусыларын ҡатнашырға саҡырабыҙ. Тема буйынса сикләү юҡ, тик видеояҙмаларҙың башҡорт телендә булыуы шарт.
Әлбиттә, үҙегеҙҙең яҙмағыҙға фекерҙәр һәм лайыҡтар йыйыу хуплана. "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә (https://work.vk.com/club45440006) инеүегеҙ мотлаҡ. Матур сығыштарҙы сайтыбыҙға ла ҡуйып барасаҡбыҙ.
Өс еңеүсене 21 февралдә иғлан итербеҙ. Уларға редакцияның Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ. Һеҙҙән видеояҙмалар көтәбеҙ, дуҫтар!