Ете төрлө белем бел, ете илдең телен бел.
Үҙ телем – үҙ ҡылысым.
Атайҙан ҡалған ҡоросом.
Илдә-көндә тынысым.
Ҡарттар һүҙен тоҡҡа һал, йәштәр һүҙен янсыҡҡа һал.
Ҡаты һүҙҙән тал һына, йомшаҡ һүҙҙән таш һына.
Ҡылыс берҙе еңә, тел меңде еңә.
Донъяла - иң әсе нәмә лә тел, иң сөсө нәмә лә тел.
Ил теле им булыр.
Сығанаҡ: "Тамаша" журналы.