+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраль 2024, 05:04

Йәншишмә

Бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Сафуан ӘЛИБАЙҙың шиғырын уҡыйыҡ әле.

ЙәншишмәЙәншишмә
Йәншишмә

Әсәкәйең йәнен биргән

Әсәң теле – йәншишмә,

Әсә һөтө менән һинең

Телеңә сәм, тәм күсә.

Йәншишмәнең сылтырауы

Йәнеңдә йыр уятыр,

Тулҡын аша күҙ сағылтҡан

Ынйы-ынйы һүҙем ятыр.

Һүҙ ҡәҙерен белмәгәндәр

Йәншишмәне болғатыр,

Сайпылтып саф тулҡындарҙы

Таш сорғотор, сүп атыр.

Бешереп ет һүҙ бутҡаһы,

Тел тейҙермә телеңә, – 

Әсә теле бирешмәгән

Заманалар еленә!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас