+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!

21 февраль бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнде. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, байрам 2000 йылдан алып уҙғарыла.

Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!

Беренсе синыф уҡыусылары үҙәк балалар китапханаһында “Туған телемде яратам” тип аталған кисәлә ҡатнашты. Хеҙмәткәрҙәр беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Улар телдәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, уйындар уйнатты, һорауҙар бирҙе.

Шулай уҡ “Тел – милләт йәне” тип аталған китап күргәҙмәһе лә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Балалар тел тураһында шиғырҙар һөйләне, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы. Китапханасы апайҙар балаларға китаптар бүләк итте.

Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, уларҙың күптәре – юғалыу сигендә. 21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү – бөгөнгө көндә һәр кемдең бурысы .

 

Айгөл ҺАТЛЫҠОВА,

башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Телебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: