+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә

I синыф уҡыусылары үҙәк балалар китапханаһында “Туған телемде яратам” тип аталған сарала ҡатнашты.

Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә
Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә

Был сара  Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналғайны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы ихлас ҡаршылап,  телдәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.  Төрлө уйындар уйнатып, һорауҙар бирҙе.
Шулай уҡ  “Тел – милләт йәне” тип аталған китап күргәҙмәһе лә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Балалар тел тураһында шиғырҙар һөйләне. “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы. Китапханасы апайҙар балаларға китаптар бүләк итте.
Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу хәлендә. 21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. “Теле барҙың – иле бар” ти бит башҡорт халыҡ мәҡәле лә. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү – бөгөнгө көндә һәр кемдең  изге бурысы.

 

Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә
Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә
Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә
Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә
Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә
Беренселәр – “Тел – милләт йәне” китап күргәҙмәһендә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: