+6 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сараларға бай аҙна

Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, йәнә бер ғәзиз хазинаhы – теле бар. ЮНЕСКО тәҡдиме менән 1999 йылдан алып 21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән. Ошо байрам уңайынан Йөҙимән мәктәбендә күп саралар үткәрелде.

Сараларға бай аҙна
Сараларға бай аҙна

“Минең туған телем – башҡорт теле” исемле синыф сәғәттәре файҙалы булды. “Халыҡ-ара туған телдәр көнө”, “Рәми Ғарипов шиғырҙары” атамалы китаптар күргәҙмәһе эшләне. Рәми Йәғәфәр улының тормошо һәм ижадына арналған “Шаттар һәм тапҡырҙар клубы” уйыны үткәрелде. Унда “Башҡорттар” һәм “Башҡортостан йөрәге” командалары ярышты. “Йөрәк һүҙе” шиғри бәйгеһе лә барыһының да күңеленә ятты. Был сарала III – VIII синыф уҡыусылары тамашасыға йөрәк һүҙен еткерҙе.

Фәнилә ИҘРИСОВА.

Ғафури районы.

 

Сараларға бай аҙна
Сараларға бай аҙна
Сараларға бай аҙна
Сараларға бай аҙна
Сараларға бай аҙна
Сараларға бай аҙна
Сараларға бай аҙна
Сараларға бай аҙна
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: