+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны

– Беҙ Халыҡ - ара туған телдәр көнөн иҫтәлекле һәм матур итеп үткәрҙек. 

Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны
Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны

IV cиныф уҡыусыларым менән “Бишбармаҡ" кулинар студияһында милли аш-һыу әҙерләргә өйрәнеп ҡайттыҡ әле.  Эйе, беҙ  “@Аулаҡөй” проектында булдыҡ, – ти  Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Айгөл Кәлиева.  

– Халҡыбыҙҙың "Килен һөйөү" йолаһын ҡарап, рәхәтләнеп башҡортса йырлап, һамаҡтар әйтешеп, халыҡ уйындары уйнаныҡ. Үҙ ҡулыбыҙ менән ваҡ бәлеш әҙерләп бешерҙек. Аҙаҡ милли ризыҡтарыбыҙ: талҡан, ҡыҙыл эремсек, ҡорот, сәксәк менән һыйланып, тәмле сәй эсеп, хужаларға рәхмәт әйтеп таралыштыҡ. Уҡыусыларыма шул тиклем ныҡ оҡшаны сәйәхәт.

Фото: А. Кәлиева.

Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны
Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны
Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны
Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны
Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: