+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Туған телем йәшәһен!

Беҙҙең мәктәбебеҙҙә лә Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған төрлө саралар үтте. Маҡсатыбыҙ телгә һаҡсыл ҡараш һәм һөйөү тәрбиәләү ине. Туған тел милләт күрһәткесе, мәҙәнилек билдәһе булып тора.

Туған телем йәшәһен!
Туған телем йәшәһен!

Уҡытыусыбыҙ Гөлүсә Раил ҡыҙы беҙҙә “Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән туған телем, рәхмәт һиңә” синыф сәғәте үткәрҙе. Байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы, телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға кәрәклеген төшөндөрҙө. Дәрескә РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева килде. Хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы туған телдең, туған моңдоң сәләмәтлек өсөн ыңғай тәьҫире тураһында һөйләне. Моңдоң кешене елкендерә, илһамландыра, дәртләндерә, күңелгә ҡанат ҡуя алыуы хаҡында аңлатты. Беҙҙе, уҡыусыларҙы, төрлө телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырҙы.

Сара йылы атмосферала үтте.

Лиана СӘДРЕТДИНОВА,

Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәптең VIII синыф уҡыусыһы.

Илеш районы.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: