+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәһен башҡорт теле!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды конкурстар ойоштороп тора. Шуларҙың береһендә еңеүсе философия фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Искәндәр Шакиров грант аҡсаһына бик матур  проектын тормошҡа ашырған.

Йәшәһен башҡорт теле!
Йәшәһен башҡорт теле!

Ул башҡорт теленең һүҙ ҡулланылышы миҫалдарын тулыландырыуға йүнәлтелгән. Шарты - башҡортсанан урыҫсаға тәржемә ителгән һөйләмдәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү. Конкурс телеграмм каналында 2023 йылдың ноябренән 2024 йылдың февраленә тиклем барған. Бәйгелә ҡатнашҡан иң әүҙем телһөйәрҙәр һәр береһе 60 мең, 50 мең, 40 мең тирәһе һөйләмдең дөрөҫлөгөн тикшергән. Һөҙөмтәлә, башҡорт теленең һүҙ ҡулланылышы базаһы 1,1 миллион ике телле пар һөйләмдәр менән тулыланған. Миҫалдар башҡорт теленең әлеге иң ҙур электрон һүҙлегенә (https://ru.glosbe.com/ba/ru) өҫтәлгән.

Туған телебеҙҙе һаҡлауға, һанлы донъяла үҫтереүгә ҙур өлөш индергән еңеүселәр Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында бүләкләнде. I урында -  Гүзәл Таһир ҡыҙы Ғүмәрова, Өфө ҡалаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге кесе ғилми хеҙмәткәре.

- Был файҙалы проектты ойошторусыларға рәхмәт. Унда ҡатнашып, ҙур тәжрибә тупланым. Белмәгән һүҙҙәрҙе һүҙлектәрҙән ҡараным. Төрлө әҫәрҙәрҙән алынған һөйләмдәрҙе уҡып, бала саҡтан таныш китаптарҙы яңынан уҡып сыҡҡы килде. Бик матур конкурс булды, - тине Гүзәл Таһир ҡыҙы. Ул ноутбук менән бүләкләнде. 

II урын - Әлиә Гәрәй ҡыҙы Яныбаева, Учалы районы Миндәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.

III урын - Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғиззәтуллина, яҙыусы, журналист, тәржемәсе.

IV урын - Гөлдәр Надир ҡыҙы Байымова, Өфө ҡалаһы 45-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Уларға бүләк - смартфон.

V урын - Нурзилә Ильяс ҡыҙы Усманова (Баязитова), Бөрйән районы, Килдеғол ауылы, "Ғаилә" үҙәгендә социаль эштәр буйынса белгес. Уға цифрлы фото рамаһы тапшырыла. 

Йәшәһен башҡорт теле! Һанлы донъяла ла туған телебеҙҙең ҡулланылышы артһын.

Автор фотолары.

 

 

 

Йәшәһен башҡорт теле!
Йәшәһен башҡорт теле!
Йәшәһен башҡорт теле!
Йәшәһен башҡорт теле!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: