+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Телһөйәрҙәр йыйылды

Ейәнсура – 41, Стәрлетамаҡ – 37, Бөрйән – 23, Хәйбулла – 18, Ишембай – 10 ҡатнашыусы... Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Тәтешле, Мәсетле, Яңауыл һәм бик күп башҡа райондар. Нимә һанайбыҙмы?

Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса III федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабына сығыусыларҙы барлайбыҙ. Бөтәһе 809 уҡыусы ҡатнашҡан бәйгелә 359-ы яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән. Тап улар Өфө фән һәм технологиялар университетына йыйылды ла инде.

Илебеҙ буйынса олимпиада 44 телдә үтә, быйыл 9 мең 608 уҡыусы үҙ белемен тикшереп ҡараған. Сараны асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов төбәгебеҙҙә туған телебеҙҙе үҫтереүгә иғтибар ныҡ бүленеүен билдәләне. Башҡорт теленән диктант, Милли кейем көнө, “Тамыр” телеканалы эшмәкәрлеге, төрлө квиздар – быға асыҡ миҫал. Башҡа ҡунаҡтар – мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов, университет проректоры Илгиз Ҡәҙерғолов барыһына ла уңыштар теләне. Ә башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина еңеүселәр Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингән осраҡта бер йыл буйы яҡшы стипендия аласаҡтарына айырым туҡталып үтте. “Уның күләме – 58 мең һум. Бындай түләү бер төбәктә лә юҡ, иң күбе – 10 мең, – тине Гөлфирә Риф ҡыҙы. – Туған телгә һөйөүҙәре һүрелмәһен балаларҙың, уны артабан да үҫтерһендәр!”

Ысынлап та, студенттарҙың телгә, мәҙәниәткә тоғролоғон иҫбат итеп, университеттың “Йәшлек” бейеү ансамбле, йырсы ҡыҙҙар сығыш яһаны, “Урал батыр” эпосынан өҙөктө лә бик матур башҡарҙылар. Тантаналы өлөштән һуң уҡыусылар кабинеттарға таралышты. Ул арала оҙатып килеүсе уҡытыусылар менән әңгәмәләштем.

– Белорет районы Инйәр ҡасабаһындағы 2-се башҡорт мәктәбенәнбеҙ. Туғыҙынсынан Яҙгөл Хажиәхмәтова менән Рамаҙан Сөләймәнов, унынсынан Гөлнәзирә Саҙретдинова, башлап ҡатнашһалар ҙа, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, икенсе турға үтте, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе Әлиә Марс ҡыҙы Саматова.

Ейәнсуралар күмәк килгәйне – бер нисә мәктәптән йыйылғандар. Педагог Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы Төрөпҡолова юғары ойоштороу кимәлен билдәләне. Был һүҙҙәрҙе Учалы ҡалаһының Сабир Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы уҡытыусыһы Гөлнара Ғүмәрова ла ҡеүәтләне. Һәр ҡатнашыусыға иғтибар, хөрмәт менән ҡарайҙар, тине ул. Уҡыусылары менән баш ҡалаға махсус рәүештә алданыраҡ килгән – экскурсия яһағандар, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында спектакль ҡарағандар. Ошолай бергәләп иркенләп йөрөүе ни тора, ти Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы.

Көйөргәҙе районы Илкәнәй мәктәбенән Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы Шәмсетдинова һигеҙенсенән Наҙгөл Исҡужинаны килтергән. Башҡорт теле уларҙа туған тел булараҡ уҡытыла. Бер ерҙә лә һынатмайбыҙ, бар сараларҙа ҡатнашып торабыҙ, ти уҡытыусы. Учалы районы Мәҫкәү мәктәбенән Алтынай Лоҡманова ла (IX синыф уҡыусыһы) әүҙем икән. Уҡытыусыһы Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы еңеүгә ышана.

Олимпиада үтеп тә китте. Еңеүселәр июнь айында билдәле буласаҡ.

Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: