+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортса аралашабыҙ, йырҙар тыңлайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ

Көтөп алған ҙур байрамыбыҙ – Баш­ҡорт ғаиләһе көнө етте. Шул уңайҙан һеҙгә үҙемдең ғаиләм тураһында яҙып үтергә теләйем.

Башҡортса аралашабыҙ, йырҙар тыңлайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ
Башҡортса аралашабыҙ, йырҙар тыңлайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ

Беҙҙең өйҙә бөтәһе лә башҡортса ғына. Телебеҙгә һөйөү, хөрмәт ҡартатай-ҡарт­әсәйҙәрҙән күскән. Ғаиләбеҙҙә тик баш­ҡортса ғына аралашабыҙ, башҡорт йыр­ҙарын тыңлайбыҙ, үҙ телебеҙҙәге китаптар­ҙы, гәзит-журналдарҙы уҡыйбыҙ, тапшырыуҙарҙы ҡарайбыҙ. Һеңлем Әмилә менән үҙебеҙҙең милли музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ һәм башҡорт бейеүҙәре түңәрәгенә йөрөйбөҙ.
Минең башҡорт йолаларын һаҡлаусы һәм үҫтереүсе Рәйсә өләсәйем бар. Күп нәмә­гә унан өйрәнәбеҙ. Боронғо йолаларға яраш­лы туй үткәреү, бәпескә исем ҡушыу, өйгә нигеҙ һалыу, өмә ойоштороу – барыһын да өләсәй үҙендә китап кеүек һаҡлай. Ул халыҡта йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яҡ­шы белә. Ҡул эштәренә лә оҫта. Ә шулай ҙа иң күп ваҡытын китап яҙыуға бүлә. Өләсәйем башҡорт телендә шиғырҙар, хикәйәләр, повестар, кескәйҙәр өсөн әкиәттәр ижад итә. Уларҙы бергәләп уҡыйбыҙ.
Атайым иһә боронғо ҡомартҡылар йыя һәм ҡәҙерләп һаҡлай. Үҙебеҙҙең шәхси музейыбыҙ ҙа бар хатта.
Әсәйемә лә һоҡланмаған кеше юҡ. Уның һәр кейеме этно стилендә биҙәлгән. Үҙе теккән милли кейемдәрҙән күргәҙмәләр ҙә ойоштора.
Наил олатайым да башҡорт традицияла­рын дауам итеүсе булып тора. Ул уҡ атыу менән ҡыҙыҡһына, беҙҙе лә өйрәтә. Наилә инәйем ҡорама ҡорай. Уның матур-матур буй юрғандары күҙҙең яуын алырлыҡ, нур сәсеп тора.
Шундай илһөйәр, телһөйәр ғаиләлә тәрбиәләнәм, үҫәм мин. Бының менән ғорурланам!

Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: