+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Һынау ул – илһам, көс һәм дәрт", – ти Рәмзиә Шакир ҡыҙы

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024" төбәк-ара конкурсында ҡатнашыусы, гәзитебеҙҙең  дуҫы, Әлшәй районы Раевка гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Шакир ҡыҙы Зарипова бәйгенән алған тәьҫораттары менән бүлешә.

"Һынау ул –  илһам, көс һәм дәрт", –  ти Рәмзиә Шакир ҡыҙы
"Һынау ул – илһам, көс һәм дәрт", – ти Рәмзиә Шакир ҡыҙы

Бөйөк педагог Ян Амос Коменский: "Был донъяла уҡытыусы хеҙмәтенән дә өҫтөн нәмә юҡ", – ти. Эйе, тулыһынса килешәм. Балалар күңеленә орлоҡ һалыусы, шул орлоҡтарҙың тиртеп, ниндәй емеш биреүенә тиклем, уҡытыусы күҙлегенән, йөрәге аша үтә ул.

Уҡытыусы үҙ баһаһын уҡыусыларҙа ғына түгел, ә тәжрибә майҙансығында ла күрһәтә ала.

Быйыл, мин дә, ошо майҙансыҡҡа, үҙемдең эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға сыҡтым.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024" төбәк - ара конкурсында ҡатнашырға йөрьәт иттем.

Уҡытыусылыҡ тәжрибәм дә апаруҡ, ләкин күберәк район уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән йөрөй инем. Бер мәл ярыш “атым” килеп туҡтаны ла:”Әйҙә,  һылыу, ваҡыт етте, үҙеңде бәйгеләрҙә һынап ҡара, – тине.

Конкурстың шарты буйынса, беренсе этапта Өфө мәктәбендә асыҡ дәрес һынауы ине. 35 - се белем биреү үҙәгендә V синыф менән "Телефондан һөйләшә беләһеңме? " темаһына дәрес күрһәттем.

Баланы башҡорт теле донъяһына алып инеү, шул даръяла йөҙҙөрөү – уҡытыусы һәләтенән тора. Дәрес – уҡытыусының үҙ аллы ижади эше ул. Ҡәнәғәтмен.

Артабанғы туҡталыш – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында "Уҡытыусының профессиональ компетенцияһын диагностикалау" конкурсы этабы булды.

Үҙемде сығарылыш синыф уҡыусыларының һынауы – Берҙәм дәүләт имтиханына килгәндәй тойҙом. Ҡурҡыуҙарым шунда уҡ юҡҡа сыҡты.

Ҡара таңдан, ишек төбөндә бәпкәләрен ҡанат аҫтына йыйған инә ҡаҙҙай, Әлфиә Вәкил ҡыҙы барыбыҙҙы барлап, конкурсҡа йүнәлтмә биреп ултырғас, икеләнеүҙәрем дә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.

Миңә ҡалһа, ауыр һынау ҙа түгел, ә тел, әҙәбиәт теорияһын, федераль дәүләт белем стандарттарына ярашлы, уҡыу-уҡытыу компетенцияларын ҡабатлау, шулай уҡ олигофренопедагогика һорауҙарына яуап биргәндә, ҡара тир ҙә сығарырға тура килде. Артабан арғымағыма “атланып”, дилбегәмде ныҡлы тотоп, алға елдем.

Артабанғы һынау миңә илһам, көс, дәрт бирҙе.

Дим ҡасабаһында Рауил Бикбаев исемендәге башҡорт гимназияһында башҡорт рухлы уҡыусылар менән әңгәмә, күңелемдә сәм уятты.

Был конкурстың маҡсаты: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу нигеҙен ҡороу ине. Һайлап алыу өсөн бер нисә тема билдәләнгәйне. Йөрәгем ҡушыуы буйынса,"Матурлыҡ – донъяны ҡотҡарыр" темаһын һайланым.

Уҡыусыларыбыҙ – беҙҙең илдең киләсәге, донъяла матурлыҡты ҡотҡарыусылар.

Уҡыусылар мине тапҡыр яуаптары, белергә генә тырышып, янып торған күҙҙәре менән арбаны. Шулай уҡ гимназия коллективына ҙур рәхмәт. Етәксенең: “Уҡыусылар һаны етәме, юҡмы? – тип йөрөүе лә ҙур иғтибарға лайыҡ.

Шулай итеп, конкурстың I туры ла тамам. Алдынғы педагогтар, белем биреү һәм үҫтереү институтының тамаша залына йыйылдыҡ. Жюри ағзаларының эшебеҙгә ыңғай һәм ярҙам маҡсаты менән биргән кәңәштәре лә бик урынлы, тип һанайым.

Конкурстың баһалама комиссияһы рәйесе Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның да матур теләктәре күңелде иретеп ебәрҙе.

– Һеҙ, барығыҙ ҙа майҙанда – еңеүсе!  Ҡала, район кимәлендә еңеп, төбәк кимәлгә күтәрелеү – ҙур баһаға лайыҡ, – тине ул.

Бәйге булғас, еңеүсе һәм еңелеүселәре лә була инде.

Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының ҡатнашыусы дипломын һәм тел һәм әҙәбиәт буйынса квалификация танытмаһын алып, бар яҡтан һәләтле артис - коллегаларымдың концерт номерҙарын ҡарап, арғымағыма “атланып” ҡайтып киттем.

Эйе, бәйгелә ҡатнашып үҙемә тағы ла көс, рух, илһам тупланым. Ә туҡталыш кәрәк, сөнки артабан “елеү” өсөн дә, тип нөктәмде ҡуйып торам.

"Һынау ул –  илһам, көс һәм дәрт", –  ти Рәмзиә Шакир ҡыҙы
"Һынау ул –  илһам, көс һәм дәрт", –  ти Рәмзиә Шакир ҡыҙы
"Һынау ул –  илһам, көс һәм дәрт", –  ти Рәмзиә Шакир ҡыҙы
"Һынау ул – илһам, көс һәм дәрт", – ти Рәмзиә Шакир ҡыҙы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: